Белоретта “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” проекты буйынса биләмәләр төҙөкләндерелә

Ҡалала Уҡытыусылар скверы, Ағиҙел күпере яры һәм Никах теркәү майҙандары, Блюхер һәйкәленә ремонт яһала. Быйыл республикала милли проект буйынса 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡарала. Эштәргә 1 миллиард 200 миллион һумға яҡын аҡса бүленә.