Башҡортостанда “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының алтынсы миҙгеле башлана. Республика урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле урмансылыҡтарҙа үҫентеләр ултыртыр өсөн биләмәләр һайлана һәм ойоштороу эштәре ҡарала. Быйыл бөтәһе 70 миллион ағас ултыртыу планлаштырыла. Экологик акция сентябрҙән октябргә тиклем ойошторола. Уҙған йылда төбәктә тергеҙелгән урмандар майҙаны ҡырҡылғандарҙан 12 процент ярымға артҡан.