Социологтар Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың рейтингын иғлан итте

Август башында фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 70 проценты 6, 7 һәм 8 сентябрҙә участкаларға киләсәге тураһында белдергән. Радий Хәбировтың рейтингы - 78 процент. Владимир Нагорный өсөн һайлаусыларҙың - 3 проценты, Иван Сухаревҡа - 4, Илшат Тимерйәновҡа - 6 ярым, Артур Шайнуровҡа 8 ярым проценты тауышын бирергә әҙер. Политолог Владимир Савичев  фекере.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Социологик тикшеренеү 3 августан 11-нә тиклем Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге башланғысы менән уҙғарылған. Унда төрлө йәштәге, төрлө ауыл һәм ҡалала йәшәүсе 1 мең 1 кеше ҡатнашҡан. Халыҡ фекерен урамда, компьютер ярҙамында белешкәндәр.