Муниципалитет даими рәүештә һалдаттарға ярҙам күрһәтә, был 8-се тапҡыр йыйылған ылау. Уға 15-тән ашыу маскировка селтәрҙәре, газ горелкалары, инструменттар, ҡоро душ. шәхси гигиена әйберҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм яугирҙарҙың яҡындарынан шәхси посылкалар тупланған. Бынан тыш, алғы һыҙыҡҡа «УАЗ» автомобиле, «Днепр» мотоциклы оҙатылған. Гуманитар ярҙамды урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар йыйған.
Яңы уҡыу йылы алдынан район уҡыусылары Луганск халыҡ республикаһының Красный луч ҡалаһы мәктәптәренә канцелярия тауарҙары, волейбол һәм баскетбол туптары, төҫлө принтер йыйған, тиҫтерҙәренә хаттар яҙған. Гуманитар ылауҙы район етәкселәре, ауыл советтары башлыҡтары оҙатып барасаҡ. Бынан тыш, ирекмәндәр киләһе конвойға ла заявкалар аласаҡ.