Республикала Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арналған саралар ойошторола

Иглин ауылының «Ҡояшлы» паркында Рәсәй флагы көнөнә арналған спорт байрамы уҙҙы. Спорт һөйөүселәр йүгереү, волейбол, өҫтәл теннисы кеүек спорт ярыштарында ҡатнашты.

Иглинда спорт марафоны эшҡыуарҙар тырышлығы, Иглин районы хакимиәте ярҙамы менән ойошторолдо. Унда сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаусы ғаиләләр етеҙлектә көс һанашты.Спорт һөйөүсе ғаиләләрҙең сәмле ярышын тамашасылар ҙа ҡыҙыҡһынып күҙәтте.