Башҡортостан спортсыһы Алһыу Минәзева ишеү слаломы буйынса 5-се тапҡыр Рәсәй чемпионкаһы исемен яуланы. Мәскәү өлкәһендә үткән ярышта илдең 20 субъектынан 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Ярышта Өфө спортсыһы 6 миҙалға лайыҡ булған, уларҙың бишәүһе - алтын. Алһыу Минәзева байдарка һәм каноэла шәхси бәйгелә беренсе килә, ике дисциплинаны ла ул штрафһыҙ үтә. Экстрим квалификациялы слалом менән каноэла спринт ярышында ла ул яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ҡатнаш ярышта Арһыу Минәзева Мәскәүҙән Николай Шклярук менән бергә шулай уҡ еңеүгә өлгәшә. Ә каяк-кроста спортсы икенсе урын яулай.