Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында үткән сарала эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын юллау, үҫеш юлдары тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади осорҙа үҙ бизнесын ойоштороп әүҙем эшләүсе яҡташтарға рәхмәтен белдерҙе. Короновирус инфекцияһы осоронда сикләүҙәр, махсус хәрби операция менән бәйле сит ил санкциялары булыуға ҡарамаҫтан төбәк эшҡыуарҙары юғалып ҡалманы. Төбәк тулайым продукцияһының өстән бер өлөшө улар көсө менән етештерелә. Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләгән 500 меңдән ашыу эшҡыуар төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә, даими рәүештә инвестициялар йәлеп ителә.
Республикала эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә бизнес алып барыу, үҫеш өсөн байтаҡ ярҙам саралары ойошторолған. Башҡортостанда үҙ эшеңде башлар өсөн гранттар, ташламалы лизинг, субсидиялар юлларға мөмкин, бушлай консультация үҙәктәре эшләй. Һуңғы ике йылда 395 йәш эшҡыуар 190 миллион һум грант алған, 312 социаль эшҡыуарға 150 миллион һумға ярҙам күрһәтелгән. Туризм тармағында эшәлүселәргә рекордлы ярҙам ойошторолдо - был йүнәлештәге проекттарҙы үҫтереү өсөн бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эшҡыуарҙарға власть ағзалары менән диалог алып барыу өсөн бизнес-шериф вазифаһы булдырылған, «Минең бизнес» үҙәктәре әүҙем эшләй.