Башҡортостан гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән социаль һорау алыуға ярашлы, һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы сентябрь башында участкаға килә. Һәм теркәлгән кандидаттарҙың иң юғары танылғанлығы Радий Хәбировта. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Владимир Нагорныйҙы - 19,6, Либерал демократтарҙан Иван Сухаревты - 23,7, Коммунистарҙың яңы лидеры Артур Шәйнуровты - 16,4 һәм һорау алыныусыларҙың 16, 8 проценты «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәновты таный йәки ишетеп белә.
Электораль өҫтөнлөктә асыҡлыҡ лидер тураһында һорауҙа ғына. Тауыш бирергә йыйыныусыларҙың 78 проценты башлыса Радий Хәбировты һайламаҡсы.
Агитация кампанияһы ҡыҙған осорҙа ҡалған өҫтөнлөктәр түбәндәгесә Владимир Нагорный - 3, Иван Сухарев - 4, Илшат Тимерйәнов - 6,5, Артур Шәйнуров - 8,5 процент.
Һорау алыуҙар барышында кандидаттарҙың фамилияһы, бюллетендәге кеүек үк улар сыҡҡан сәйәси партиялар исемдәре менән бергә тәҡдим ителә. Һорауҙар түбәндәге тәртиптә теҙелгән.
Социологик тикшеренеүҙәр Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тәҡдиме менән 2024 йылдың 3 авгусынан 11 авгусына тиклем уҙғарылды. Һорау алыуҙа 1001 кеше ҡатнашҡан, ул күп баҫҡыслы, территориаль квоталы һәм республикала йәшәүселәрҙең 18 йәштән өлкән кешеләрҙе енесе, йәше буйынса билдәләй һәм халыҡтың ҡала һәм ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә ала. Хаталар плюс минус 4 проценттан артмай. Тикшереүҙәр ысулы портатив компьютер ҡоролмалар ярҙамында күнегелгән урам әңгәмәләренә ҡоролған.