Шаран районы ирекмәндәре Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына ҡушылды

«Йөрәктән-йөрәккә». Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторған Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына Шаран районынан ирекмәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәштәр бүлеге ҡушылды. Гуманитар ярҙамға район халҡы үҙ теләге менән 128 450 һум аҡса йыйған.

Шарандар Курск халҡына тормош-көнкүреш әйберҙәре: һыу, аҙыҡ-түлек, кейем, түшәк кәрәк-яраҡтары әҙерләгән. Гуманитар ярҙам өсөн балаларға һуттар, печенье һәм төрлө ҙурлыҡтағы биҙрәләр талап ителә. Бынан тыш , теш щеткалары, пасталар,таҫтамалдар, дымлы салфеткалар килтерергә мөмкин.

Гуманитар ярҙамды көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Шаран ауылы, 1-се Май урамы, 60-сы йортҡа Йәштәр үҙәгенә тапшырырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 8 347 69 22 548, 8 986 96 57 420 Алмаз Зәйҙуллин