Өфөлә Пушкин урамының бер өлөшө ваҡытлыса ябыла

Сикләү "Көҙ  романтикаһы" классик  музыка  фестивале һәм  "Геройҙар дәүере" патриотик  йыр конкурсын уҙғарыу менән бәйле. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 августан 24-нә,  унан һуң 26 августан 28-енә тиклем хәрәкәт сикләнә. Пушкин урамының Ленин һәм Цюрупа урамдары менән киҫешкән өлөшө ябыла.