Өфөлә Салауат Юлаев проспекты аша күперҙәр төрлө төҫтәр менән биҙәлә

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле СССР-ҙың 50 йыллығы урамына ҡушылған урында эштәр алып барыла. Был күпер ҡыҙыл ут менән яна. Зәки Вәлиди урамына - зәңгәр, Октябрь революцияһы урамына -  йәшел,  Әй урамына  - миләүшә, Революция урамына ҡыҙғылт-һары төҫтәр менән янған күпер аша  күтәрелергә мөмкин. Төрлө төҫтәргә биҙәү водителдәр өсөн үҙенсәлекле навигация ла  булып тора, тип белдерәләр хакимиәттән.