Төп маҡсат - торлаҡ фондында аварияларҙы кәметеү, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Быйыл 739 йортта капиталь ремонт ҡаралған. Бының өсөн 5 миллиард ярым һум тотонола. Бөгөнгә план 72 процентҡа үтәлгән. Эштәр декабрь аҙағында тамамланырға тейеш, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.