Ғинуар-май айҙарында был дәүләттәр менән сауҙа 10,8 процентҡа үҫкән. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - Бөгөн был берләшмә илдәре ер шарының 34 процентын алып тора, донъя халҡының 45 проценты БРИКС дәүләттәрендә йәшәй. Башҡортостан хөкүмәте хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара, тине ул. Беҙҙең республиканан башлыса минераль тауар, аҙыҡ-түлек, химия һәм машиналар төҙөлөшө продукцияһы оҙатыла.