Был турала Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашыу барышында белдерҙе. Комплекс уҙған йылдың авгусында төҙөлә башланы. Уның дөйөм майҙаны 90 мең квадрат метрҙан арта. Проект өсөн 6 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынды. Республика башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда Wildberries компанияһының логистика комплексын урынлаштырыу буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барыла.