Өфөлә 5-се тапҡыр «Аталыҡ даны» республика йәмәғәт наградаһы еңеүселәре билдәләнде

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йәмғеһе 50-нән ашыу ғаилә башлығы тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Йолаға ярашлы, ир-аттар «Батырлыҡ», «Күп балалы», «Иң әүҙем атай» һәм тағы ла бер нисә номинацияла иң яҡшыһы тип танылды.

«Батырлыҡ» йүнәлешендә еңеүселәрҙе - махсус хәрби операцияла һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан атайҙарҙы Рәсәй Геройы Борис Дудко бүләкләне. Исемлектә хеҙмәттәшебеҙ, БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин да бар. Әле ул махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәй. Награданы яугир өсөн тормош иптәше алды. Күп балалы атайҙар араһында хатта 30 бала тәрбиәләгән ғаилә башлығы ла бар ине. Бөрйән районынан Азамат Бикмәтов - 6 бала атаһы.

Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусылар күбәйә, яңы номинациялар булдырыла. Һуңғы биш йылда илдә һәм республикала традицион ҡиммәттәргә ҡарата иғтибар арта, атайҙарҙың хоҡуҡтары нығытыла. Әйтәйек, «Әсәлек капитал»ын ғаилә башлыҡтары ла ала, инвалид бала тәрбиәләгән ирҙәрҙең 55 йәштән хаҡлы ялға сығыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, илдә Атайҙар көнөн булдырыу ҙа уларҙың баһаһын күтәреү буйынса сараларҙың береһе.