Башҡортостанда МХО-ла ҡтанашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн өҫтәмә льгота булдырылды

Бынан һуң, һалдат үҙе, уның ата-әсәһе, тормош иптәше һәм балалары төбәк һәм муниципаль-ара түләүле юлдарҙан бушлай йөрөй ала. Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Указ махсус бойороҡҡа тиклем эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр өсөн түләү суммаһы 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү өсөн, 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум түләнә. 10 июлдән Башҡортостан башлығы ла бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе арттырҙы. Контрактты 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр төҙөй ала.