22-23 август Шишмә районы Әлкә-2 һәм Арыҫлан ауылдары янында террористик акттарҙы иҫкәртеү һәм туҡтатыу буйынса күнекмәләр үтәсәк. Сараға бәйле, дрондар осоуы һәм атыш тауыштары ишетеүеле ихтимал. Бөтә боеприпастар ҙа буш буласаҡ. Оператив штаб республика халҡын уларҙан ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Күнекмәлә самолет, ауыр бронялы техника, пилотһыҙ осоу аппараттары, имитация һәм башҡа махсус әйберҙәр файҙаланыла.