«Ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» йәки «СВОя семейная гостиная» исемле проект - миһырбанлыҡ нигеҙе. Сара «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәте ойошмаһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Ул Республика башлығы гранты ярҙамында махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған. Яҡташтарыбыҙға социаль, рухи һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә ҡоролған проект тәүҙә Өфөлә ойошторолоп, һуңынан Башҡортостан район-ҡалаларына сыҡты. Бөгөн ул Дыуан районы үҙәгендә үтте.