Башҡортостанда ямғыр ташҡыны дауам итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика йылғаларында һыу кимәле йәнә күтәрелгән. Эҫем йылғаһы Иглин районы Пятилетка ауылы эргәһендә - 45,ошор уҡ райондың Глуховка ауылында 43 сантиметрға күтәрелеп, ике урында һыу кимәле 432 һәм 391 сантиметрға еткән. Ағиҙел Өфөнөң «Дуҫлыҡ монументы» тәңгәлендә 24 сантиметрға күтәрелеп, йылғаның тәрәнлеге 342 сантиметр күрһәтә.