Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү, спортҡа ылыҡтырыуға айырым иғтибар йүнәлтеләсәк. Мәғариф эшмәкәрлеген тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау буйынса тәрән йөкмәтке менән тулыландырыу ҡаралған.
Пленар ултырышта уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү, кадрҙар әҙерләү, социаль инфраструктараны нығытыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Баш ҡала тиҙ үҫешә, йыл һайын бер миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә, яңы микрорайондар төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә ихтыяж да арта, ошоға бәйле биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүгә төп баҫым яһала. Башҡортостандың һәм Өфөнөң федераль программаларҙа уңышлы сығыш яһауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Ҡала август кәңәшмәһендә бер төркөм уҡытыусылар һөнәри оҫталыҡ һәм оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары, юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев «Ҡаланың почетлы педагогы» тип исемләнгән яңы награда булдырырға тәҡдим итте. Лауреаттарға 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия бүленәсәк. Уҡытыусылар көнөндә тәүге бүләкләү тантанаһын уҙғарыу ҡаралған. Пленар ултырышта ҡатнашыусылар ҡалала алып барылған мәғариф сәйәсәтен юғары баһаланы.