Баш ҡалала алтаҡталарҙың, географик объекттарҙың яҙыуҙары яңыртыла

Өфө юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Байрамға ҡағылышлы, баш ҡалала алтаҡталарҙың, географик объекттарҙың яҙыуҙары яңыртыла. Бигерәк тә иҫке алтаҡталарҙың башҡортса хаталы яҙылыуы - киң таралған проблема. Был йүнәлеште махсус Терминология комиссияһы көйләй. Белгестәргә баш ҡала халҡы ла ярҙам итә ала. Нисек? Яуап киләһе яҙмала.

«Өфө-арена» туҡталышындағы был яҙма телгә битараф булмаған бер кемде лә тыныс ҡалдырмағандыр. «Боҙ һарайы» һүҙбәйләнеше урынына «бала һарайы» тигән яҙыу ялтырай. Тәржемәсегә - «икеле». Ә ҡаршыла дәүләт ҡуйған туҡталыш исеме дөрөҫ. Парк янындағыһы шәхси милектә, туҡталыш исемен дә киоск хужалары ҡуйған. Оҙаҡламай ул алмаштырыласаҡ.

Өфө үҙәгендәге русса Новомостовая урамындағы туҡталыш та шәхси ҡулдарҙа. Тимәк, яҙмаға хужа яуаплы. Әйткәндәй, һәр бер эшҡыуар бинаға алтаҡта элер алдынан, уны терминология комиссияһы менән раҫларға тейеш. Ә Яңы түшәлгән юл урамы атамаһында хата тураһында социаль селтәрҙәрҙә билдәле булғас та, ул бер тәүлектә үҙгәртелә.

Топонимдарҙы тәржемә итер алдынан, Терминология комиссияһы уның этимологик тарихы менән ҡыҙыҡһына. Әйтәйек, Каруан-һарай туҡталышы атамаһын күптәр хаталы тип таба. Тик ул дөрөҫ. Ә бына туҡталыш ҡаршыһындағы дарыухана хужалары бина адресын башҡортсаға тәржемә итергә иренгән. Тәү ҡарашҡа мәҙәк күренһә лә, хаталы алтаҡталарҙа телде һанға һуҡмауҙан тыш, закон боҙоу иҫәпләнә.

Терминология комиссияһы составына тел белгестәре, йәмәғәтселәр, дәүләт эшмәкәрҙәре инә. Хаталы алтаҡталарҙы алмаштырыуҙа баш ҡала халҡы ла ярҙам итә ала. Бының өсөн экранда күрһәтелгән төркөмгә дөрөҫ булмаған яҙыуҙарҙың фотоһүрәттәрен ебәрергә мөмкин. Объекттың адресын яҙырға ла онотмағыҙ.

Рәзилә Ғилметдинова