Республикала ауыл хужалығы техникаһы паркы даими яңыртыла

Ерҙең үтә дымлылығы Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың күпселек майҙандары быйыл уңыш бирмәйәсәк. Ямғырлы һауа торошо ауыл хеҙмәтсәндәренең планын боҙһа ла, улар бирешмәй. Республикала ауыл хужалығы техникаһы паркы ла даими яңыртыла. Әйтәйек, Дүртөйлө районындағы «Победа тоҡомсолоҡ заводы»на өр-яңы Кировец оҙатылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамай, ауыл хужалығы эшсәндәре киләсәкте инвестициялауҙы дауам итә: быйыл ете ай эсендә республиканың ауыл хужалығы техникаһы паркы 1421 берәмеккә, йәғни 6 млрд 627 млн һумға яңыртылған.

Быйыл ошондай уҡ тағы бер трактор һатып алған хужалыҡтың талабы - һөҙөмтәлелек, уңайлылыҡ һәм хеҙмәтләндереүҙә ябайлыҡ. Быларҙың барыһын да үҙебеҙҙең илдә етештерелгән Кировец берләштерә. Рәсәй машиналары үҙенең бер быуатлыҡ тарихы арауығында Америка тракторының ябай күсермәһенән ауыл хужалығындағы иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алыусы гигантҡа әүерелде.

Яңы техниканың өҫтөнлөктәре, бигерәк тә быйылғы йәйҙә баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла был мәсьәлә һәр ваҡыт республика етәкселегенең дә күҙ уңында. Агросәнәғәт комплексының техник паркын модернизациялау төбәк программаһына ярашлы, аграрийҙарға техника һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентҡа тиклеме субсидиялана, шулай уҡ ташламалы лизинг программалары ла әүҙем файҙаланыла. Былар барыһы ла хужалыҡтарҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Рәзилә Ғилметдинова