Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәй флагы көнө билдәләнә.Башҡортостан халҡын байрам менән Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.  “Окопта, тылда, һәр кем үҙ урынында- беҙ флагыбыҙҙы һаҡлайбыҙ. Ирекле, үҙ аллы, ғорур бөйөк Рәсәйҙең флагы. Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө менән” тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Ҡотлау янына махсус хәрби операция яугирҙәре һәм гуманитар ярҙам темаһына балалар төшөргән һүрәттәр ҡуйылған. 1991 йылдың 22 авгусында Аҡ йорт ҡыйығына аҡ-зәңгәр- ҡыҙыл төҫтәге байраҡ күтәрелә. Шулай итеп, 73 йылдан һуң ҡыҙыл флаг урынына ҡайтанан Рәсәйҙең тарихи, 3 төҫтәге әләме эленә. Ил президенты 22 августы Рәсәй флагы көнө тип рәсми билдәләү тураһындағы указға 1994 йылда ҡул ҡуйҙы. Өфө фән һәм технологиялар университеты  доценты Нурислам Ҡалмантаев әйтеүенсә, дәүләт мөстәҡиллеге символикаһына әйләнгән байраҡтың тарихы күпкә оҙайлыраҡ

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Республиканың район һәм ҡалаларында Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә. Өфөлә “Берҙәмлек байрағы” тигән автосәфәр уҙа. Машиналар колоннаһы Еңеү паркынан, Октябрь проспекты һәм Салауат Юлаев проспекты буйлап “Патриот” паркына бара. Акцияла йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик клуб  вәкилдәре ҡатнаша.