Башҡортостанда 68 меңдән ашыу үҫмер ”Дәүләт хеҙмәттәре”ндә шәхси кабинет асҡан

Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә,  күрһәткес йыл башынан 31 процентҡа артҡан. Бәлиғ булмағандар порталда 2022 йылдың башынан теркәлә ала. 14 йәшкә тиклем граждан ата-әсәһе контроле аҫтында булған ябайлаштырылған аккаунт ала,  14 йәштән үҙаллы теркәлеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. 18 йәшкә тиклемге йәштәрҙе ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәү күп һанлы сервистарға һәм хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген бирә.