Өфө халыҡ-ара марафоны 22 сентябрҙә була

Унда ҡатнашыусылар  үҙҙәре теләгән арауыҡҡа йүгерә. 2, 5, 10, 21 һәм 42 километр һайларға мөмкин. Шулай уҡ эстафетала ҡатнашырға була, скандинав йөрөшө ойошорола. - Марафон Өфөнөң юбилейына һәм "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумына бағышлана, - тип белдерҙе Республика спорт министры Руслан Хәбибов.