Рәсәйҙә бөгөн Дәүләт флагы көнө. Башҡортостан халҡын әһәмиәтле көн уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Социаль селтәрҙәге тәбрикләү һүҙҙәрен төбәк етәксеһе балалар төшөргән һүрәттәр менән биҙәгән. Уларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың гуманитар ярҙам алыуы сағылыш тапҡан. «Окоптарҙа, тылда һәр кем үҙ урынында - беҙ үҙебеҙҙең флагты һаҡлайбыҙ. Ул азат, бойондороҡһоҙ, ғорур Рәсәй иле флагы. Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!» тип яҙған Радий Хәбиров.
Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмреғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы уның өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Ул - Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора.