Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең «Яңы импульс» тип исемләнгән Эшҡыуарлыҡ акселераторы еңеүселәре билдәләнде. Проект ярҙамында йәш ғалимдарға үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға матди ярҙам бирелә. Йәмғеһе 110 кеше заявка тапшырған, уларҙың 34-е генә проекттарҙы яҡлау этабына үткән. Һөҙөмтәлә экология, медицина, IT-технологиялар кеүек бер нисә йүнәлеш буйынса 9 еңеүсегә ярты миллион һумға тиклем сертификат тапшырылды. Йәш ғалимдарҙың берәүһе Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Марк Тимошенко VR-бирсәткәне камиллаштырған.
Бынан тыш, сарала Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Аспиранттар йәйге мәктәбе ҡатнашыусылары бүләкләнде. 5 көн дауамында республика йәштәре Томск политехник университеты белгестәре үткәргән белем биреү программаһында ҡатнашҡан. Иң яҡшы тип танылған проект авторҙары Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йортонда стажировка үтәсәк.