Ойошмала транспорт өсөн хәүефһеҙ иҙән түшәме етештерелә башлай. Илле йылдан ашыу эшләп килгән еңел сәнәғәт предприятиеһында производство ҡеүәттәре арта, экспорт үсешә. Республиканың еңел сәнәғәт флагманы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Ҡотҡарыу кәмәһе производство бассейынында һынала. Һыу үткәрмәйме, тейешле ваҡыт эсендә ҡороламы - бар яҡлап та тикшерелә. Сөнки бер бәләкәй генә етешһеҙлек тә ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ғәфү ителмәй. Заказдар Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән. Нефтекамала сығарылған ҡотҡарыу кәмәләре диңгеҙ- океандар иңләгән суднолар, һыу караптарында файҙаланыла.
Компанияла Рәсәй автопромы өсөн яһалма күн етештерә. Бер нисә марка еңел автомобилдәрҙең салондары өсөн тик Нефтекама күне файҙаланыла. Предприятиела экспорт күләме 48 процентҡа артҡан артҡан. Әйтергә кәрәк, искождың сит илдәр менән бәйләнеше электән яйлы.
Күн ҡатламына туҡыма ойошманың үҙендә әҙерләнә. Өлкән мастер Нәфисә Ғәйнетдинова произвоствола 37 йыл эшләй. Цех тулыһынса автоматлаштырылған станоктар менән йыһазландырылған. Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.
Ә был цехта Рәсәйҙә сығарылған еңел автомобиль креслоһына баш терәү өлөш етештерелә. Эшселәр уны көнөнә 600 дана эшләп өлгөртә. Санкциялар мәлендә ҡайһы бер сит ил компаниялары менән хеҙмәттәшлек өҙөлгән. Әммә заказдар кәмемәй.
Бер меңдән ашыу кеше эшләгән ойошмала кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Электромонтер, слесарь , тегенсе һәм башҡа һөнәр эйәләре талап ителә. Предприятие бөтөнләй тәжрибәһе булмағандарҙы ла эшкә саҡыра. Предприятиела белгестәр әҙерләү буйынса уҡытыуҙар ойошторола. Уртаса эш хаҡы 49 мең һум.
Рәмилә Исмәғилева