Өфөлә «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивалендә Денис Мацуев сығыш яһаны

Өфөлә - «Көҙ романтикаһы». Бөтә Рәсәй классик музыка фестиваленең тәүге көнөндә юғары мәҙәниәт һөйөүселәр алдында Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры Рәсәйҙең халыҡ артисы, танылған пианист Денис Мацуев менән бергә сығыш яһаны. Күләмле мәҙәни сараға Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар ҙа саҡырылғайны. Асыҡ һауалағы концерттан киләһе сюжетта.

Бына бит ул көҙ романтикаһының көсө! Өфөнөң совет майҙанында старт алған Классик музыка фестиваленә барыһы ла тиерлек ҡулсатыр тотоп килә, әммә йәй бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр тымып, артистарҙы һәм тамашасыларҙы аяҙ күк, салт ҡояш ҡаршы алды.

Дәүләт флагы көнө уңайынан Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры башҡарыуында Петр Чайковскийҙың илһөйәрлек рухындағы әҫәрҙәре яңғырай. Мәҙәни сараның быйыл ваҡытынан алда - алтын миҙгелгә тиклем ойошторолоуы осраҡлы түгел. Өфөнөң 450 йыллығына бүләк. Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев баш ҡаланың тарихи үҙәгендә төҙөлгән сәхнәне, урындағы акустиканы юғары баһаланы.

Өфөнөң юбилейына арналған фестивалдә ҡатнашыуыма шатмын. Бында минең дуҫтарым күп, дәүләт оркестры менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бергә илһамланып сығыш яһау - мәҙәниәткә оло һөйөү билдәһе. Башҡортостан халҡы ла һәр ваҡыт йылы ҡаршы ала.

Денис Мацуев, Рәсәйҙең халыҡ артисы

Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде. Батыр даны мәңгеләштерелгән майҙанда республиканың дәүләт симфоник оркестры башҡарыуында барыһына ла таныш музыкаль композициялар, симфониялар, опера ариялары, яңғырай.

Классик музыка фестиваленең беренсе көнөндә тамашасылар Халыҡ-ара кимәлдә танылыу алған яҡташтарыбыҙ - Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтарҙың сығыштарын да алҡышлап ҡаршы алды. Тотош майҙан уларҙың көслө тауышына сорналды.

«Көҙ романтикаһы» башлана ғына. Өс көнгә иҫәпләнгән асыҡ һауалағы концерттар классик музыка һөйөүселәрҙе берләштереп, йәнә Өфө ҡалаһын данлай, мәҙәниәт мәккәһенә әйләндерә.

Гөлназ Хәйбуллина