Башҡортостан Паралимпия спортсылары Парижға килеп етте

Республика командаһы күнекмәләр башланы, тип хәбәр итә Спорт министры Руслан Хәбибов. Паралимпия уйындарында беҙҙең республиканан йөҙөүселәр - Богдан Мозговой, Андрей Николаев һәм Аделина Рәзетдинова, еңел атлеттар - Антон Кулятин, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова, теннис оҫтаһы Елена Прокофьева ҡатнаша. Ярыштар 28 августа башлана һәм 8 сентябргә тиклем дауам итә.