Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. "Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, кредит бурысын бөтөрөү мөмкинлеге булды", - тине ул. Континенталь лигала даими беренселек киләһе айҙа башлана. Юлаевсылар тәүге уйынын 5 сентябрҙә "Аҡ барыҫ" менән уҙғара.