Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде

Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Документ 2030 йылға һәм унан һуң 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән. Үҫеш өсөн бер нисә төп йүнәлеш билдәләнгән. Улар - үҙебеҙҙең пилотһыҙ аппараттарға ихтыяжды арттырыу, ҙур етештереү үҙәктәре булдырыу, инфраструктураны яҡшыртыу, кадрҙар әҙерләү һәм был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барыу. Дрондарҙы ауыл хужалығында, төҙөлөш тармағында ҡулланыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар.