Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Төп маҡсат - ауыл биләмәләрендә янғындарҙа, аварияларҙа, һыу ингәндә хәүефле осраҡтарҙы кәметеү, ҡош-ҡорт, мал-тыуар ауырыуҙарына юл ҡуймау. Конкурс һөҙөмтәләре октябрь уртаһында иғлан ителергә тейеш. Еңеүселәр өсөн аҡсалата бүләк бар. Ауылдарҙың ҙурлығына ҡарап 1 миллион һумдан 2 миллион ярым һумға тиклем приз ҡаралған.