Өфөлә ҡайһы бер маршруттарҙа юл хаҡы арта

14 сентябрҙән 297-се автобуста билет өсөн 41 һум түләргә кәрәк була. 278-се маршрутта "Ағиҙел баҡсалары"на тиклем юл - 60, Жилин ауылына - 80 һум торасаҡ, Зинин һәм Нуғай ауылдарына барыусылар 90 һум түләй. Юл хаҡы ҡулаҡса һәм карта менән иҫәпләшкәндә  бер төрлө  була.