“Һөт кухняһы” ризыҡтарын һатыу киңәйә

Сауҙа кәштәләрендә Өлкәндәр өсөн дә продукция барлыҡҡа килә. Ул республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм тағы ла 7 ҡала магазиндарына оҙатыла. “Һөт кухняһы”  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырыла. Бөгөн республикала 23 мең ярымдан ашыу кеше һөт продукцияһын бушлай ала.