Көйөргәҙенән махсус хәрби операцияға 23 гуманитар ярҙам оҙатылған

“Яҡташтарыбыҙ яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Һалдаттар өсөн тыуған яҡ сәләменең мөһим булыуын һәр кем аңлай”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яугирҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтарҙы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының төбәк бүләксәләренә тапшырырға була. Шулай уҡ “Башсельхозтехника” предприятиеһының келәтендә ҡалдырырға мөмкин. Ул Зубов ауылында урынлашҡан.