Программала ҡатнашыусыларға 500 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, адреслы ярҙамдың төп маҡсаты - мохтаж ғаиләгә фәҡирлектән сығыу өсөн шарттар булдырыу. Йыл һайын социаль контракт нигеҙендә 5 мең кешегә ярҙам күрһәтелә.