Сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған бер нисә яңы проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Башҡортостан башлығы уҙғарған инвестиция сәғәтендә эшҡыуарҙар сәнәғәт һәм туризм проекттары тәҡдим итте. «Фармстандарт-Өфөвита» компанияһы Өфөлә препараттар етештереүҙе киңәйтергә, комплекс төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10,5 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Өфөлә силикон изделиелар етештереү киңәйтелә. Иглин районында баҫыуҙарҙа ашлама сифатында эзбизташ оно етештерелә башлай.Ҡариҙел һәм Белорет райондарында турбаза һәм глэмпинг-парк барлыҡҡа килә. Һәр проект яңы эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Инвесторҙарға һалым ташламалары бирелә, шулай уҡ сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.

20 миллиметрға тиклемге ҡырсынташ эшкәртеләсәк. Ул тупраҡты ашлау өсөн ҡулланыла. Продукцияны йылына 40 тонна тирәһе етештереү күҙаллана.

Рәфил Әхтәмйәнов, «Ҡаҙаяҡ эзбизташ карьеры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры