Башҡортостанда ҡойма ямғырҙарҙан һуң уңыш һәләк булыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Был туралағы күрһәтмәгә республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, 11 июлдән 20 августҡа тиклем тупраҡ саманан тыш артыҡ дымланыуы арҡаһында республиканың 50 районында һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Режим 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡ саманан тыш дымланыу эҙемтәләрен бөтөрөу буйынса саралар планын тормошҡа ашырырға ҡушылған. Район хакимиәттәрен 5 сентябргә тиклем ведомствоға ауыл хужалығы культралары һәләк булыуҙан күрелгән зыянды иҫбатлаусы документтар тапшырырға тейеш. Ведомствонан алдараҡ белдереүҙәренсә, ауыл хужалығы етештереүселәренең тупраҡ самаһыҙ дымланыуҙан күргән зыян суммаһы яҡынса 1 миллиард һумға барып баҫа. Уңыш яҡынса 120 мең гектарҙа юҡҡа сыҡҡан.