Үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү урыны булып торасаҡ.
Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамы 53-сө йортта урынлашҡан бинала ирекмәндәр штабы булдырыу өсөн ремонт эштәре барҙы. Теләге булған һәр кем ярҙам ҡулы һуҙҙы. Буяу,аҡлау, стеналарҙы тигеҙләү кеүек эштәр тамамланғас, күмәк көс менән йыһазландырылды.Йомаш ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зифа Иҫәнова үҙәктең асылыуын ишеткәс тә килеп күреүҙе үҙенең бурысы тип һанай.
үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуҙан тыш аҙнаһына бер нисә тапҡыр маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.Шулай уҡ госпиталгә тип әҙерләнгән бинттарҙы йыуып үтекләү ҙә штабта башҡарыласаҡ.
Ҡалалала ирекмәндәр штабы булдырыуҙа Гөлназ Хафизованың өлөшө ҙур булды. Ул махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштора, уны Баймаҡ ҡалаһы һәм районында киң йәйелдерә.Сорғот ҡалаһында йәшәһә лә урындағылар менән бәйләнеш һәр саҡ буласаҡ тип белдерә ул.