Тикшеренеүҙәр урология һәм клиник онкология институтының иммунология лабораторияһында алып барыла. Ғалимдар холестерин метаболизмы, макрофагтар һәм простата яман шеше андроген стимуляцияһы үҙ-ара бәйләнешен тикшерә. Лабораторияла биобанк бар. Ҡайһы бер материалды 80 градусҡа тиклемге һыуыҡта тиҫтә йылдар дауамында һаҡларға мөмкин. Биоматериалдың персональ иҫәбе алып барыла. Шулай итеп, ауырыу тарихы базала ҡала. Был артабанғы фәнни эш өсөн мөһим.