Гуманитар тармаҡҡа иғтибар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика гуманитар өлкә белгестәре менән осрашты. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында үткән сарала археология, тарих, тел үҫеше менән мәғлүмәтте һанлаштырыу, гуманитар тармаҡ йүнәлештәренә иғтибар арттырыу һорауҙары ҡаралды. Донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәк гуманитар белемде һанлы форматҡа күсереүҙә төп майҙансыҡ буласаҡ. Республика етәксеһе әйтеүенсә, үҙәк эшләй башлағанда айырыуса техник белем тармағына иғтибар бүленә. Заман талаптарын иҫәпкә алып гуманитар тармаҡты үҫтереү, һанлаштырыу маҡсаты ҡуйыла, сөнки милләт-ара һәм конфессия-ара берҙәмлек һорауҙары тап гуманитар фәндәр менән бәйле.
Евразия фәнни -мәғариф үҙәге кампусының икенсе сираты 2026 йылда асыласаҡ. Ҡеүәтле комплексҡа 4 мең урынға иҫәпләнгән төрлө майҙансыҡтар инәсәк. Студенттар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн торлаҡ, лаборатор бүлек һәм геном үҙәге, дөйөм туҡланыу урындары, мәҙәни саралар өсөн майҙансыҡтар ҡаралған.