Башҡортостанда яңы йәмәғәт наградаһы барлыҡҡа киләсәк

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырыла. Миҙал бөгөн «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» төбәк бүлексәһе ултырышында раҫланды. Сарала шулай уҡ Башҡортостан башлығы һайлауҙары, конфессия-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. «Ватан һаҡсыһы атаһы» наградаһы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, гуманитар ярҙам туплауҙа ярҙам итеүсе ирҙәргә биреләсәк. Тәүге миҙалдар менән бүләкләү тантанаһы октябрҙә атайҙар көнөндә үтәсәк.