Бөгөн Радий Хәбиров Ишембайҙа һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты

Республика Башлығы Айҙар Хисмәтуллин, Юлай Шәрәфетдинов,  Фидан Шафиҡов, Самат Насыров, Руслан Байтимеров, Эдуард Тихонов, Вәкил Фәтҡуллин, Тәлғәт Кинйабыҙовтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға һәләк булған яугирҙәрҙең генерал Шайморатов  ордендарын тапшырҙы. - Яҡташтарыбыҙ Тыуған ил өсөн ғүмерен бирҙе. Улар - ысын геройҙар, беҙҙең дөйөм бурыс - улар тураһында хәтерҙе һаҡлау, - тине Радий Хәбиров.