Радий Хәбиров Ишембайҙа төҙөкләндерелгән йәмәғәт майҙансыҡтарын асыу тантанаһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа төҙөкләндерелгән йәмәғәт майҙансыҡтарын асыу тантанаһында ҡатнашты. Быйыл Александр Матросов исемендәге ял паркы һәм башҡорт нефтен беренсе асыусыларға арналған майҙансыҡ реконструкция сиктәрендә тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Һайран ауылында төҙөлгән янғын һүндереү депоһы эшмәкәрлеге менән танышты. Яңы объект биш ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Йәштәргә аҡ юл. Ишембай ҡалаһы көнөндә туй үткәреүсе парҙар ғүмер байрамын яңыртылған паркта башланы. Тап бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите ойоштороу « программаһы нигеҙендә Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге ял паркы күләмле төҙөкләндереүҙән һуң тантаналы шарттарҙа асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе туй көнө һәм урындағы халыҡты яңыртылған парк асылыуы менән тәбрикләне.

Ишембайҙарҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял майҙанын тәртипкә килтереү өсөн 163 млн һум аҡса йәлеп ителгән, уның 68 миллионы республика бюджетынан бүленгән. Төҙөкләндереүгә ярашлы, заманса балалар майҙансыҡтары, спорт биләмәһе, эскәмйәләр тротуарҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары, сәхнә яңыртылған. Биләмәлә тарихи -патриотик, мәҙәни, туристик сараларҙы ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырылған.

Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанында ла байрам ойошторолдо. «Башнефть» йәмғиәте ярҙамында төҙөкләндерелгән биләмәлә тәүге тапҡыр ҡара алтын табыуға арналған объект та заманса талаптар буйынса яңыртылған.

Күләмле реконструкция буйынса амфитеатр яңыртылған, юл һәм тротуар төҙөкләндерелгән, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, эргәләге Губкин һәм Ленин урамдары тәртипкә килтерелгән. 70 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалала Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙаны урындағы халыҡтың фекер- тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөкләндерелгән.

Ишембай районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Һайран ауылында асылған яңы янғын һүндереү депоһын асыуҙа ҡатнашты. Быға тиклем иҫке бинала эшләгән 15 хеҙмәткәр ҡотҡарыу, янғын һүндереү эшендә иҫке ҡоролмалар ҡулланған. Хәҙер биш ауыл биләмәһенә ҡараған 6 меңгә яҡын йортто заманса янғын һүндереү депоһы хеҙмәтләндерәсәк . Яңы бүлектә ут менән көрәш өсөн ике янғын һүндереү машинаһы, һыуһаҡлағыстар һәм башҡа ҡоролмалар ҡаралған. Республикала янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү буйынса эш әүҙем ойошторолған. Төбәктә янғын иҫкәртеү йүнәлешендәге саралар 2030 йылға тиклем планлаштырылған.

Радий Хәбиров тыуған ауылында урындағы халыҡ менән аралашып Кесе Ватаным минең һәр саҡ йөрәгемдә тип белдерҙе. Төбәк етәксеһе ауылдаштарының хәлен һорашып, изге теләктәрен дә еткерҙе.

Төбәктә ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса күп яҡлы системалы эш алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡалаларҙың матур, уңайлы, таҙа булыуына ныҡлы иғтибар бүлә.

Ишембай районы йылдам үҫешкән биләмәләр исемлегендә, сөнки бында «Алға» махсус иҡтисади зонаһы проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре буйынса республика илдә иң уңышлы төбәктәрҙең береһе һанала. Башҡортостан башлығы етәкселегендә үткән күҙәтеү советында биләмәне артабан үҫтереү юлдары ҡаралды. Әлегә тиклем «Алға» махсус иҡтисади зонаһына 7 млрд һумға инвестициялар йәлеп ителгән, меңгә яҡын эш урыны булдырылған. Биләмәләрҙе үҫтереү эше артабан да дауам итәсәк.

Флорида Ким