Башҡортостанда бөртөклө культураларҙың 12 проценты йыйып алынған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 528 мең тонна ашлыҡ ырҙын табаҡтарына оҙатылған. Аграрийҙар һәр гектарҙан уртаса 29 центнер иген ура. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Башҡортостанда ҡойма ямғырҙарҙан һуң ашлыҡ күпләп зыян күреүгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Документҡа ярашлы, 11 июлдән 20 августҡа тиклем тупраҡ саманан тыш артыҡ дымланыуы арҡаһында республиканың 50 районында һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Режим 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡ саманан тыш дымланыу эҙемтәләрен бөтөрөу буйынса саралар планын тормошҡа ашырырға ҡушылған. Район хакимиәттәрен 5 сентябргә тиклем ведомствоға ауыл хужалығы культралары һәләк булыуҙан күрелгән зыянды иҫбатлаусы документтар тапшырырға тейеш. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ауыл хужалығы етештереүселәренең тупраҡ самаһыҙ дымланыуҙан күргән зыян суммаһы яҡынса 1 миллиард һумға барып баҫа. Уңыш яҡынса 120 мең гектарҙа юҡҡа сыҡҡан.