Метеосайттар мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡойма ямғырҙарға сәбәпсе булған бер нисә циклондан һуң Башҡортостанға ҡоро һәм йылы һауа торошо килә. Киләһе аҙнала республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, ни бары урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Көндәр башлыса аяҙ торор тип фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ үҙәк райондарҙа 25, төндә 12-18 градус тирәһе йылы күрһәтә.