«Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» программаһы буйынса капиталь ремонт июндә башланған. 1967 йылда асылған белем усағы тулыһынса яңыртыла. Кабинеттар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла, балаларға заманса белем биреү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ. Төҙөкләндереү яңы уҡыу йылына тиклем тамамланмай. Уҡытыу ваҡытлыса 5-се мәктәптә алып барыласаҡ. Ремонт 2025 йылдың июленә тиклем дауам итә.