Бергәләп төҙөйбөҙ! Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында мәсет асылды. Бөгөн ул дингә тартылған һәр кемде ҡабул итергә әҙер. Яҡташлыҡ көсө менән ҡалҡып сыҡҡан иман йорто хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Тирә яҡты моңға сорнап аҙан ишетелә. Был көндө ауыл халҡы куптән көткән. Юлбарыҫ ауылы район үҙәгенән 35 саҡрым алыҫлыҡта . Ауылда 130 кеше йәшәй, быға тиклем халыҡтың бергә йыйылып йола, дини байрамдарҙы уҙғарыр урыны булмаған. Юлбарыҫта мәсет төҙөү проектын ошо ауылдың эшлекле уҙаманы Урал Таймаҫов ауылдаштары, яҡташтары ярҙамы менән тормошҡа ашырған.
Иман йортона нигеҙ ташы 2020 йылдың 10 июлендә һалына. Урал Таймаҫовҡа оҙаҡ йылдар күңелендә йөрәткән хыялын тормошҡа ашырырға яҡташтары, ауылдаштары ҙур ярҙам күрһәтә. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр техника һәм төҙөлөш материалдары менән.
Мәсет ауылдың ағинәйе Ғәрифә исемен йөрөтә. Был йорт ауылдаштарҙы тәртипкә һәм ислам нигеҙҙәренә таянып йәшәргә саҡырыусы изге урын буласаҡ.
Бина төҙөлөшөндә арбалит блоктар ҡулланылған, дөйөм майҙаны 60 квадрат метр, йылы иҙән түшәлгән, тиҙҙән объектты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырмаҡсылар.
«Ғәрифә» мәсетен төҙөүҙә өмәләр ойошторолған.Урал Таймаҫовҡа улы ла ярҙам күрһәткән.
«Ғәрифә» мәсете ике йыл эсендә төҙөлгән. Тантанала был изге эштә айырыуса фиҙаҡәрлек күрһәтеүселәр рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Сара һуңында ауылдаштар ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Юлбарыҫтар ил-еребеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләргә татыулыҡ теләп, ете быуын әрүахтар рухына, алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙар иҫәнлегенә доғалар ҡылды.
Гүзәл Борханова