Ошо турала закон 1 сентябрҙә көсөнә инә. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, балалар автобус, трамвай һәм троллейбуста юл хаҡын түләүҙән азат ителә. Дәүләт ярҙамы 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә була һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән бөтә уҡыусыларға ҡарала. Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр күп балалылар иҫәбенә инә.